Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Март 2020, 15:00

Уртаҡ хеҙмәткә оло баһа

Туған телен яратҡан Ксения

Шишмә районының Йынғалыш мәктәбенең 9 -сы класс уҡыусыһы Ксения Степанова мордва теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Елена Яковлева менән Мордва Республикаһына барып ҡайтты.
Саранскиҙа Н.П.Огарев исемендәге мордва милли тикшеренеү университетында уҙған мордва теле һәм әҙәбиәте буйынса XXII төбәк - ара олимпиадала ҡатнашҡан Ксения яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Туған телендә иркен аралашҡан, тел нескәлектәрен яҡшы белгән ҡыҙ тел буйынса еңеп, әҙәбиәттән 2 - се урынға сыҡты. Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, Башҡортостандан килгән рухлы, телен хөрмәтләгән Ксения диплом, бүләктәр алып ҡыуанды. Мордва Республикаһының мәғариф министрлығы олимпиадаға белемле уҡыусы әҙерләгән хөрмәтле уҡытыусыны ла рәхмәт хаты менән билдәләне.
Уҡытыусыһы ла, уҡыусыһы ла тырыш хеҙмәте менән Башҡортостан ерен, тыуған Шишмәһен сит - ят ерҙәрҙә данлап ҡайтты.
Мәғлүмәт "Шишмә плюс" гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: