Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Март 2020, 13:40

Дүрт телдә яңғыраны шиғырҙар

Яугир батырлығы мәңгелек

Благовещендың күп профилле һөнәри колледжы студенттары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап үткәрелгән шиғыр конкурсында 4 телдә сығыш яһаны.
Башҡорт, рус, татар, мари телдәрендәге шиғырҙарҙы студенттар тасуири уҡыны. Конкурста еңгән студенттар Кристина Березина, Илена Тойгильдина, Эрик Курбанов, Оксана Кислицына, Кристина Байбулатова дәһшәтле һуғыш, еңеү, үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ төшөнсәләре менән һуғарылған әҫәрҙәр аша совет һалдатына дан йырланы, уның батырлығына һоҡланды.
Патриотик рухта уҙған конкурс студенттар араһында яугир батырлығының мәңгелек булыуын ҡабаттан раҫланы.
Мәғлүмәт Благовещен күп профилле һөнәри колледжы төркөмөнән алынды.
Читайте нас: