Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 14:45

Башҡорт мәҙәниәте көнө

"Ни сәсһәң, шуны урырһың" тигән мәҡәлгә таянып

Республикала иғлан ителгән Башҡорт теле йылы Благовещен районында да планға ярашлы ойошторола.
Мәктәп, балалар баҡсаларында йыл башынан байтаҡ ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс саралар, осрашыуҙар, кисә - конкурстар үтә. Ҡаланың 11-се балалар баҡсаһының "Бал ҡорто" төркөмө тәрбиәләнеүселәре музыкаль етәкселәре Дилара Миңнулла ҡыҙы Ҡабылова менән башҡорт халҡының мәҙәни иленә сәйәхәт ҡылды.
Бай мәҙәниәтле башҡорт халҡының милли байлығы булған йырын, бейеүен яратып ҡабул иткән балалар, музыка инструменты - ҡурайға, милли костюмға һоҡланды. Улар башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңлағандан һуң, Дилара Миңнулла ҡыҙы менән башҡорт халыҡ йомаҡтарын ҡойҙо, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөндө, милли костюм һүрәтен дә төшөрҙөләр.
Төрлө милләт балалары тәрбиәләнгән был балалар баҡсаһында һәр милләттең ғөрөф-ғәҙәттәренә, моң - көйөнә тәрән һөйөү тәрбиәләнә. "Бала күңеле быяла" йәки "Ни сәсһәң, шуны урырһың" тигән мәҡәлдәргә таянып эш иткән өлкәндәр баланы илен, телен һөйгән шәхес итеп үҫтереүгә күп көс һала.
Читайте нас: