Благовещен ҡалаһындағы "Орленок" үҫмерҙәр клубының "Благо" экологик мода театры районда ғына түгел, хатта республика кимәлендә лә киң билдәле.
Әле яңыраҡ улар етәкселәре Галина Витальевна Соловейкина менән Нефтекама ҡалаһында уҙғарылған "Һәләттең юҡ сиктәре" балалар һәм үҫмерҙәр ижады конкурсында ҡатнашып, 1 - се дәрәжә лауреат дипломын алып ҡайтты.
Төрлө төҫтәге, сағыу кәнфит ҡағыҙҙарынан яһалған күлдәк кейгән ҡыҙҙар Алессандро Сафина башҡарған йыр - моң аҫтында сәхнәгә ағылды. Ҡыҙҙарҙың һәр береһе үҙе кейгән күлдәген маҡтаны. Береһенән - береһе матур, үҙенсәлекле һылыу королевалар сығышы һуңында: "Бәхетле булырға теләһәң, тирә - яҡты матурла!"- тигән саҡырыу һүҙҙәре менән тамамланы.
Төрлө йүнәлештә эшләгән "Орленок" педагогтары балаларға һәр саҡ экологик тәрбиә биреүҙе лә эшенең төп маҡсаты итеп ҡуя. Күп һанлы кәнфит ҡағыҙын ергә ташламай, тирә - яҡты сүпләмәй, ә унан матур күлдәктәр тегеп, тамашасыға күрһәтеүе, ошоно асыҡ дәлилләй.
Мәғлүмәт Благовещен районының мәғариф идаралығы бүлеге төркөмөнән алынды.