Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Март 2020, 15:45

Оҫталыҡтың сиктәре юҡ

Иглин балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәре Карина Шәмсетдинова һәм Елизавета Лазуткова (етәкселәре Арина Дунович) Нефтекама ҡалаһында үткән «Талант без границ» II Республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында уңышлы сығыш яһаны

Иглин балалар ижад йорто тәрбиәләнеүселәре Карина Шәмсетдинова һәм Елизавета Лазуткова (етәкселәре Арина Дунович) Нефтекама ҡалаһында үткән «Талант без границ» II Республика балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында уңышлы сығыш яһаны.
Ижад майҙанында «Хореография», «Вокал», «Театр сәнғәте», «Мода театры» һәм «Нәфис һүҙ» номинацияларында республиканың ҡала һәм ауылдарынан 250-нән ашыу һәләтле бала көс һынашты.
Үҙ йәш категорияларында «Вокал. Эстрада йыры» номинацияһында Карина Шәмсетдинова беренсе дәрәжә лауреаты булды, Елизавета Лазуткова - икенсе дәрәжә лауреаты. Ҡыҙҙарҙың дуэты шул уҡ номинацияла икенсе урынға лайыҡ булды. Йәш йырсылар район үҙәгендәге 1-се һанлы мәктәптә белем ала.
Читайте нас: