Интернат директоры Полина Тазеева Оксанаға айырым бүлмә бирә һәм унда ремонт яһай. Торлаҡты йыһаҙлау мәсьәләһе килеп тыуа. Мәрхәмәтле кешеләр ҙә табыла. Иглин ауыл советы депутаты, “Алпамыша” үҫмерҙәр- спорт клубы директоры Гөлдәр Тоҡомбәтова, М. Хисмәтуллин исемендәге Иглин балалар музыка мәктәбе директоры Фәһим Тоҡомбәтов һәм урындағы эшҡыуарҙар Оксананың бүлмәһенә өҫтәл, пуфик, стеллаждар, карауат, ортопедик матрас һатып ала. Ҡыҙ хәҙер бөтә шарттар ҙа булған уңайлы бүлмәлә йәшәй.