Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 13:45

Сәләмәт быуын бында тәрбиәләнә.

Мәктәп юбилейына - яҡшы һөҙөмтәләр

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһындағы балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе республиканың башҡа мәктәптәре араһында 2018 - 2019 уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса лайыҡлы 2 - се урынға сығыуы мәғлүм булды.
Бынан тыш, Бөтә Рәсәй буйынса ауыл шахматсылары ярыштарында ла улар команда һәм шәхси иҫәптә байтаҡ еңеү яулауы, һөҙөмтәле уңышы менән яҡташтарын ҡыуандырҙы. 15 спорт төрөндә шөғөлләнгән 1048 тәрбиәләнеүсе өсөн мәктәптә барса шарттар булдырылған. Волейбол, футбол, баскетболдың көслө командалары үҙенең уңыштары менән мәктәп исемен республика кимәлендә күтәрә.Ҡасабаның барса мәғариф учреждениелары, Алкин -2, Дурас, Ҡара Яҡуп мәктәптәре базаһында ла тренерҙар күнекмәләр үткәрә. Һуңғы осорҙа мәктәп етәкселеге "Шишмә" спорт - һауыҡтырыу комплексы менән төҙөгән килешеүгә ярашлы, бассейнда даими шөғөлләнгән балалар йөҙөү буйынса ла яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Быйылғы уҡыу йылында ауыл мәктәптәренән комплекс бассейнына ойошҡанлы килтерелгән 200 бала йөҙөргә өйрәнә, бында һаулығын нығыта.
Һаулыҡтары яғынан сикләнгән 35 бала мәктәпкә адаптик физкультураға ла йөрөй.
- Ҙур булмаған хеҙмәт коллективыбыҙ менән берлектә тырышып эшләйбеҙ. 30 йыл эсендә меңәрләгән бала тәрбиәләп сығарған мәктәптең тәрбиәләнеүселәре яулаған уңыштарында беҙҙең оло тырышлыҡ, эшебеҙгә етди ҡараш ята. Республикалағы иң яҡшы балалар- үҫмерҙәр спорт мәктәбе исемен яулаған мәктәп булараҡ, беҙ уны гел генә аҡларға, сәләмәт быуын тәрбиәләргә, бында йәшәгән барса йолаларҙы һаҡларға бурыслы тип иҫәпләйем,- тине директор Сергей Балуев.
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: