Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 17:50

Яҙғы ташҡын яуаплылыҡ талап итә

Был осорҙа уяу булайыҡ

Өфө районының Михайловка ауылында яҙғы ташҡын осоронда ғәҙәттән тыш хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатынан кәрәкле техниканың, ҡоролмаларҙың әҙерлеген билдәләгән смотр үтте.
"Башҡортостан Республикаһында 22-се янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү федераль хеҙмәте" етәксеһе урынбаҫары Руслан Уразмәтов әйтеүенсә, Өфө районында был яуаплы осорға әҙерлек тейешле кимәлдә ойошторолған. Смотрҙа ҡатнашҡан комиссия ағзалары, етәкселәр күп һанлы техниканың да, ҡоролмаларҙың да әҙер булыуын билдәләне.
Яҙғы ташҡын осоро һәр беребеҙҙән оло яуаплылыҡ, етди ҡараш, уяулыҡ талап итә.
Читайте нас: