Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Март 2020, 12:30

Юбилей барыһын бергә тупланы

Күңелдә тарихи йылдар йәшәй

Өфө районының Ҡыҙылъяр ауылында урынлашҡан 25 - се Чапаев дивизияһының йорт - музейы 80 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Ошо уңайҙан республика кимәлендә киң билдәле был йорт - музейҙа бик күп саралар ойошторолдо. 1940 йылдың 22 февралендә асылған йорт - музей 1880 йылда төҙөлгән бинаға урынлаштырыла. Был бинала 1919 йылда 25 - се уҡсылар дивизияһы штабы, яралыларға лазарет урынлашҡан булған.
Галина Сухарева етәкләгән йорт - музейҙа Василий Иванович Чапаев, Граждандар һуғышы осорондағы ваҡиғалар тураһында бай мәғлүмәт тупланған, крәҫтиән көнкүрешенән дә күп төрлө экспонаттар урын алған.
- Тарихи үткәнебеҙ менән бөгөнгөнө, оло быуын менән йәш быуын вәкилдәрен бәйләп торған йорт - музейҙың тәрбиә йәһәтенән әһәмиәте ҙур. Бына әле лә күреп торабыҙ, Ҡыҙылъяр мәктәбе уҡыусылары уҡытыусылары етәкселегендә 80 йыллыҡ юбилейға арналған концерт ойошҡанлы үтте. 80 һанын һүрәтләндергән мәктәп вәкилдәре, күмәкләшеп флешмоб та бейене.Үткән данлы йылдар тарихы һәр беребеҙ күңелендә йәшәй, - тип һөйләне Өфө районы хакимиәте башлығының социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Люцина Ризуанова.
Мәғлүмәт "Өфө үҙәндәре" гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: