Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Март 2020, 17:15

Ҡулдарынан тыуа матурлыҡ

Гүзәллеккә ғашиҡ Гүзәл

Благовещен районының Удельно - Дыуанай ауылында йәшәгән оҫта ҡуллы Гүзәл Иштәкбаеваны белмәгән кеше һирәктер.
Гүзәлдең ҡул эштәре һәр байрам сараларына арнап яһалған күргәҙмәләрҙе биҙәй. Мәктәп йылдарынан уҡ тырыш, тәүәккәл ҡыҙ ваҡытын бушҡа үткәрмәй, бәйләм түңәрәгенә йөрөп, һөнәргә өйрәнә. Етәксеһе Наталья Владимировна Бикбулатова һәләтле уҡыусыһын ошо матурлыҡ донъяһына алып инә, уны ырғаҡ менән бәйләү серҙәренә төшөндөрә. Иң тәүҙә яратҡан ҡурсаҡтарына төрлө кейем - һалым бәйләп өйрәнгән Гүзәл, тора - бара күләмлерәк әйберҙәр бәйләргә оҫтарып ала. Сағыу салфеткалар, телефон, ултырғыс көплөктәре, башлыҡтар ҙа уның ҡулдары аша үтә. Үҙе өҫтөндә эшләгән Гүзәл китаптар, видеоматериалдар аша селтәрле бәйләмгә лә ныҡлап, етди тотона. Туғандары, таныштары унан заказ буйынса селтәрле шәлдәр ашъяулыҡтар, тәҙрә ҡорғандары, түшәк япмалары, кейем - һалымдар бәйләтеп ала. Үҙ ҡулдары менән аҡса эшләргә өйрәнеп алған Гүзәл Фирғәт ҡыҙы ырғаҡ менән селтәргә сигеүгә лә теләп тотона. 7 ай эсендә таныштарына күләмле ашъяулыҡ та бәйләп бирә.
- 7 йәштән өйрәнеп алған ҡул эштәрен башҡарыуҙан оло ҡәнәғәтлек кисерәм. Һәр эшемә күңел йылымды, яратыуымды һалам. Уларға кешеләрҙең һоҡланып бағыуы ла, заказдар биреп үҙе теләгән әйберҙе бәйләтеп алыуы ла күңелемде үҫтерә, - тип һөйләне Гүзәл Иштәкбаева.
Бөгөн барса матурлыҡ, барса боронғо кәсептәр тергеҙелгән осорҙа үҙ ҡулдарың менән тыуҙырған эксклюзив әйберҙәр йәшәйешебеҙҙе биҙәй, матурлай, зауыҡлы итә. Гүзәллеккә ғашиҡ, нескә күңелле, нәзәкәтле, хисле Гүзәлдең дә донъяны йәмләгән оҫталар араһында булыуы оло ҡыуаныс һәм ғорурлыҡ.
Читайте нас: