Йәйғор
+2 °С
Ясно
Новости
27 Марта 2020, 05:57

Уйын фәжиғә менән тамамлана

Бәхетһеҙ осраҡ Иглин районы Урман ауылы янында була

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәшенмәк уйыны ун бер йәшлек ҡыҙ баланың фажиғәле үлеменә килтерә. Бәхетһеҙ осраҡ Урман ауылынан алыҫ булмаған баҫыуҙа була. Хәбәр ителеүенсә, 25 март кисендә балалар йәшенмәк уйыны уйнай. Уҡыусы ҡыҙ өйөлөп торған бүрәнәләр янында йәшенә. Кинәттән ағаҫтар тәгәрәп китә һәм ҡыҙ улар аҫтында ҡала.
Тән йәрәхәттәре алған бала медиктар килгәнсе йән бирә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас