Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Апрель 2020, 13:49

Яҙҙар бәхет менән килһен!

Тәбиғәттең серле, мөғжизәле миҙгеле

"Яҙҙар килә, яҙҙар китә, һыуҙар аға,
Көндәр аға, айҙар аға, йылдар аға.
Һыуҙарҙың да, айҙарҙың да, йылдарҙың да,
Ағышынан эҙҙәр ҡала, эҙҙәр ҡала"...
"Ҡышҡы романс" йәки "Һин - ғүмер ағыштарым" тигән киң билдәле был йырҙы бәләкәй саҡтан Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Фидан Ғафаров башҡарыуында ишетеп үҫтек. Нисәмә быуын был йырҙы һаман да күңел түрендә йәшәтә, уны ҡәҙерләй белә. Бөйөк шәхестәр - Назар Нәжми һүҙҙәренә Рим Хәсәнов көйөнә ижад ителгән был әҫәргә авторҙар тарафынан күпме йәшәү мәғәнәһе һалынған, унда тос фекер ярылып ята.
Эйе, ысынлап та, һәр кеше был тормошта үҙенә тейешле юлдан үҙе теләгәнсә атлай, үҙ күрәсәген үҙе күрә, тейешле кимәлдә изгелек ҡыла, хәленән килгәнсә тормош йомғағын һүтә, йәшәйешкә үҙ күҙҙәре аша баға... Юғарылағы йыр юлдары менән әйткәндә, тормошта һәр Кешенән билдәле бер эҙ ҡала. Уның эҙе үткән ғүмер йылдарында ярылып ҡала.
Күңелде моңға тултырып, көйгә күмеп, йөрәктәге хистәрҙе арттырып, донъяны хозурлап, бәрәкәтле еребеҙгә Яҙ килә. Ҡарлы - буранлы ҡыштан һуң, ашҡынып көтөп алған йәмле яҙыбыҙҙа ла яҡты, матур эҙҙәр ҡалдырып, бер - беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, изге уйҙар менән аяҡ баҫтыҡ. Ҡар һыуҙары йыуып алып китәсәк хәүеф - хәсрәттәребеҙ ҙә онотолор. Гүзәл тәбиғәтебеҙ биргән көс - ғәйрәттә, иҫән - именлектә ҡалып, булғанына шөкөр итә беләйек.
Һаумы, Ҡояш, йылы яҡтан ҡайтҡан ҡоштар, тәүге тамсылар, яҙғы йылы елдәр, тал көсөктәре, ағастарҙағы бөрөләр, беренсе яҙ сәскәһе - умырзая, ҡарҙан әрселгән баҫыу - ҡырҙар... Тәбиғәттең иң серле, мөғжизәле миҙгеленә ҡайнар сәләм!
Читайте нас: