Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 16:30

Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар

Профилактик эштәр бик урынлы бара

Благовещенда короновирус инфекцияһы таралыуын киҫәтеү маҡсатында, юлдар, тротуарҙар, транспорт туҡталышы павильондары, күп ҡатлы йорт подъездары дезинфекциялана.
Тирә - яҡҡа һәм кеше һаулығы өсөн зарарһыҙ булған махсус препараттар менән юғарыла һанап үтелгән йәмәғәт урындары даими рәүештә таҙартыла. Ҡалалағы идара итеү компаниялары ла ҡушылған эштәрҙе кисекмәҫтән теүәл үтәй. "Торгремсстрой", "Жилкомсервис" йәмғиәттәре, торлаҡ ширҡиәттәре үҙҙәре хеҙмәтләндергән йорттарҙы тәртиптә тота, сүп - сар ҙа майҙансыҡтарҙан ваҡытында сығарыла, балаларҙың уйын майҙансыҡтары ла сигнал таҫмаһы менән уратып, бәйләп ҡуйылған.
Районда барса башҡарылған эштәр планға ярашлы, үҙ ваҡытында үтәлеп бара. "Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар" тигәндәй, ошондай хәүефле осорҙа бер - беребеҙҙе һаҡлап йәшәйек.
Читайте нас: