Район бюджетынан бүленгән 7 миллион һум аҡсаға район юлдарындағы соҡор - саҡырҙар эҫе асфальтбетон ҡатнашмаһы менән ремонтлана. Ҡырсынташты таратыусы яңы техника, кәрәкле материалдар ҙа һатып алынған. Был заман техникаһы менән юлдың иң һуңғы ҡатламын өйөп, уны ер өҫтө өлөшө менән бәйләп, ҡырсынташтың шыуыуын булдырмау өсөн ҡулланыла.