Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 12:14

Икмәк менән тормош йәмле

Икмәк булһа, йыр ҙа булыр

Икмәк! Хуш еҫле, тәмле Икмәк!
Әҙәм балаһы өсөн ниндәй ҡәҙерле, ғәзиз, яҡын һүҙҙәр. Борондан ата - бабаларыбыҙ "Икмәк - Аллаһы Тәғәлә бүләге" тип юҡҡа әйтмәгән. Ололар ҙа беҙгә бала саҡтан икмәк ҡәҙерен белергә, уның бер бөртөк валсығын да ҡоймай ашарға кәрәклеген өйрәтеп үҫтерҙе. Инәйемдең ауыл мейесендә бешергән хуш еҫле икмәге әле лә күҙ алдынан китмәй, ә уның тәме тел осондағылай тойола. Икмәк формаһынан ташыбыраҡ торған ҡамырҙың тышына ағып бешкәнен кетерләтеп ашау айырыуса нык иҫтә ҡалған. Бындай кетерләктәрҙе өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән минең улдарым да бер - береһе менән талашышып ашай торғайны.
Бына бөгөн инәйемдең икмәк бешереп алыуы, күңелдә тап бала саҡтағы йылы хәтирәләрҙе уятты, шул мәлдәргә әйҙәгәндәй тойолдо.
Кистән әсеткеһен әҙерләп, онон иләп, йылыға ҡуйып, күңел йылыһын, беҙҙе яратыуын ҡушып бешергән инәйемдең тәмле икмәге өҫтәлебеҙ түренән урын алды. Ошондай тәмле икмәктәрҙән генә ауыҙ итеп, барсабыҙға ла имен - аман йәшәргә, ҡулға - ҡул тотоношоп эшләргә яҙһын!
Читайте нас: