Йәйғор
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Апрель 2020, 17:00

Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек

Район ирекмәндәре - дөрөҫ юлда.

Өфө районының "Наша забота" ирекмәндәр хәрәкәтенең төбәк штабына ингән йәштәр Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын, инвалидтарҙы, оло йәштәге кешеләрҙе үҙенең ярҙамынан ҡалдырмай.
Коронавирус осоронда үҙ - үҙҙәрен изоляциялаған граждандар уларға телефон аша ярҙам һорап шылтырата. Ә ирекмәндәр улар үҙҙәре биргән исемлеккә ярашлы, был ярҙамға мохтаж кешеләргә магазиндан аҙыҡ - түлек, дарыухананан - дарыуҙар һатып алып килтерә, кәрәк икән, йыйылған сүп - сарын да сүплеккә сығарып ташлай.
"Демография" милли проект сиктәрендә тормошҡа ашырылған был изге, кәрәкле эштәр аша өлкәндәрҙең һаулығы хаҡында оло хәстәрлек күрелә.
Мәғлүмәт Өфө район хакимиәте төркөмөнән алынды.
Читайте нас в