Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Апрель 2020, 11:00

Завод етәкселеге эшселәрен хәстәрләй

Ашханала - профилактик сара күрелә

Коронавирус осоронда Благовещен арматура заводы акционер йәмғиәте етәкселеге эшселәренең хәүефһеҙлеген һаҡлауҙы, профилактик эштәрҙе күҙ уңында тотоп, уларға бер тапҡыр ғына ҡулланыла торған һауыттарҙа төшкө аш тәҡдим итә.120 һумға төшкө аш менән туҡланған эшселәр өсөн завод тарафынан бирелгән дотация ла һаҡланған.Был суммаға улар беренсе, икенсе блюдолар, турама, компот, икмәк, ҡамыр аштары һатып ала. Ашханала бер - береһенән 1-2 метр йыраҡлыҡта урынлашҡан өҫтәлдәр артына ултырып ашаған эшселәр, банк картаһы аша ҡул аҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә күскән.
Читайте нас: