Благовещен ҡалаһында Седов урамында урынлашҡан яңы сиркәү эргәһендә 220 урынлыҡ балалар баҡсаһы төҙөлөшөн башлау планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы төп заказсыһы булған был төҙөлөш эштәрен "Спецмонтажсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт атҡарасаҡ. "Мәғариф" милли проект сиктәрендә төҙөлгән был объекттағы эш барышын Благовещен район Советы депутаттары тикшереп тора. Әле яңыраҡ бында Надежда Машкина булып киткән. Төҙөлөш эштәре барған майҙанға килгән депутат төҙөлөш материалдары менән танышҡан.
Ошо эпидемия осорон имен-аман үткәреп, яңы балалар баҡсаһына аяҡ баҫырға насип итһен.