Йәйғор
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 14:00

Эпидемия осоронда - изге эштәр

Социаль хеҙмәткәрҙәргә - бушлай битлектәр

Благовещен ҡалаһындағы "Подорожник" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры, шәхси эшҡыуар Василий Зарабелов оло йәштәге кешеләрҙе хеҙмәтләндергән социаль хеҙмәткәрҙәрҙе бушлай күп тапҡыр тотонола торған битлектәр менән тәьмин итте.
Шулай уҡ, сит илдән ҡайтып, изоляциялаған граждандарға ла битлектәр биреп, уларҙың йорттарына рейдтар яһаған "Ғаилә" үҙәге, "Благо" коммерция булмаған ойошмаһы вәкилдәре өсөн транспорт та бүлде.
Ҡалала уҙғарылған төрлө саралар үткәреүҙә гел аҡсалата ярҙам күрһәткән Василий Владимировичтың ошондай эпидемия осоронда ла халыҡҡа оло ярҙам күрһәтеүе маҡтаулы һәм мәртәбәле.
Читайте нас: