Благовещен ҡалаһындағы "Торгремсстрой", "Жилкомсервис" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре хеҙмәтләндергән урамдарҙы, йорттарҙың тирә - яғын, подъездарҙы, подвалдарҙы тәртиптә тота.
Әле күптән түгел был ике йәмғиәт етәкселеге ҡарарына ярашлы, уларҙың тырыш, егәрле эшселәре сүп - сар контейнерҙарын яңыртты, улар урынлаштырылған майҙансыҡтарҙы рәтләне. "Торгремсстрой" үҙ контейнерҙарын күкһел төҫкә буяһа, ә "Жилкомсервис" тар ҡыҙғылт һары төҫтө һайланы. Сағыу төҫтәргә буялған таҙа, төҙөк контейнерҙар ҡала халҡының кәйефен күтәрә.