Йәйғор
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Апрель 2020, 10:51

Сәскәләргә ғашиҡ күңелем

Бер байрам, бер генә тантана ла сәскәләрҙән башҡа үтмәй

Бер байрам, бер генә тантана ла сәскәләрҙән башҡа үтмәй. Буласаҡ ваҡиғаның хужалары булған - яңы өйләнешкән йәштәргә, юбилярҙарға, һөйгән йәргә, ата - әсәгә, уларҙың холоҡ - фиғеленә, йәшенә ҡарап сәскә гөлләмәләре һайлайбыҙ. Уларға сәскә бүләк итеп, беҙ иғтибарыбыҙҙы, ихтирамыбыҙҙы, хөрмәтебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Ысынлап та, һинең үҙеңә лә бүләк итеп бирелгән сәскә гөлләмәһен ҡулыңа алғас, шатланаһың, йылмаяһың, кәйефең күтәрелә. Матур гөлләмә менән ҡыуандырған кешегә рәхмәттәр уҡыйһың.
Парк, ял баҡсаларында үҫкәндәре лә, йорт, фатирҙарҙағы бүлмә гөлдәре лә көндәлек тормошобоҙҙо биҙәй, йәмләй, кәйефте күтәрә. Ә инде үҙ ҡулдарың менән үҫтереп, уларҙың тирә - яҡҡа нур, йәм өҫтәп, сәскә атҡанын күрһәң, тормошоң тағы күркәмләнә, матурая төшә. Бөгөн бик күп төрлө, күҙҙәрҙе ҡамаштырып үҫкән гөл - сәскәләрҙе күрһәм, бәләкәй саҡтағы беҙҙең баҡсала үҫкән иристар, георгиндар, лилиәләр,пиондар, тырнаҡ гөлө, алтын шарҙар, төрлө төҫтәге космеялар, бер генә ҡатлы астралар,үрмә гөлдәр иҫкә төшә.Инәйем менән ошо сәскәләрҙе ҡәҙерләп, тәрбиәләп үҫтерә торғайныҡ. Аҙағыраҡ баҡсабыҙ түрен гладиолустар, флоксылар, төрөк гвоздикаһы, лилиәнең төрлө төҫтәре биләп алды.
Быйылғы баҡса сезонына ла һәр йылдағыса, күп төрлө ҡаптарҙа сәскә орлоҡтары һатып алдыҡ. Ижади күркәмлеккә, сағыу төҫтәргә ғашиҡ күңелем был йәйҙәрҙән дә, кәйефемде күтәрерҙәй, күңел торошомдо, яҡындарым менән бергә көткән донъямды биҙәрҙәй сәскәләр көтә. Бының өсөн тырышлығым бар, теләгем дә көслө. Артабан да, матурлыҡҡа ынтылып, сәскәләй төрлө төҫтәге тормошобоҙҙо ҡәҙерләп, нурлап йәшәйек!
Читайте нас: