Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 10:09

Алға - ышаныслы аҙымдар аша

Бер ҡайҙа ла һынатмам

Минең исемем Венера. Ул матурлыҡ һәм мөхәббәт тигәнде аңлата. Мин 2004-се йыл Благовещен ҡалаһында атайым һәм әсәйемдең беренсе көтөп алған балаһы булып донъяға килгәнмен. Исемемде атайым яратып ҡушҡан. Благовещен ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбенең 9-сы класында белем алам. Тик «4» һәм «5» билдәләренә генә уҡыйым. Төрлө сараларҙа теләп ҡатнашам. «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр бәйгеһенең район турында йыл һайын еңеүселәр рәтендәмен. Ҡалабыҙҙа үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиадала ла урынһыҙ ҡалғаным юҡ. Уҡыуҙан тыш спорт менән шөғөлләнергә яратам. Бигерәк тә баскетбол һәм волейбол уйындары оҡшай. «Йәйләү» лагерында ял итеү бәхетенә лә ирештем. Киләсәккә ҙур өмөт һәм ышаныс менән ҡарап атлайым. Халҡыма кәрәкле кеше булырыма ышанам.
Венера Масаева,
Благовещен ҡалаһы.
Читайте нас: