Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 10:04

Һаулыҡты ҡәзерләйек, һаҡлайыҡ

Бөгөн - Бөтә донъя һаулыҡ көнө.

Ошо көн тураһында ишетеү менән хәтергә ҡылт итеп һаулыҡҡа, сәләмәтлеккә бәйле мәҡәлдәр, әйтемдәр иҫкә төшә.
"Һаулығың - байлығың", "Һаулыҡ - ҙур байлыҡ", "Сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл", "Һау кешегә көн дә байрам", "Байлыҡ башы - һаулыҡ", "Ауырығанда - һаулыҡтың, ҡартайғанда йәшлектең ҡәҙерен бел"... Ата - бабаларыбыҙ бик мәғәнәле итеп әйткән был мәҡәлдәр бөгөн дә актуаллеген, мөһимлеген юғалтмай. Һау - сәләмәт саҡта донъялағы һәр миҙгел үҙенең матурлығы менән йәмле. Һәр кемгә атҡан таң, хәйерле көн, кис тә, тыныс төн дә ҡәҙерле була. Һәр башҡарылған эш тә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ашаған аҙығың да татлы, тәмлерәк тойола. Ә бына һаулығың ҡаҡшай төшһә, кәйеф юғала, ашар ризыҡҡа, эсәр һыуға, тормошҡа ҡыҙыҡһыныу юғала. Бына ошондай хәлдә ҡалмаҫ өсөн Аллаһы Тәғәләнең бүләге булған һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ. Насар ғәҙәттәрҙән азат булайыҡ. Тән, йән сәләмәтлеге беҙҙе ташламаһын!
Читайте нас: