Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Апрель 2020, 10:19

"Купава"ларҙың матур сығышы

Йәш ансамбль һынатмаҫ

Өфө районының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре араһында үҙен һәләтле етәксе итеп танытҡан Дилә Яҡупова Михайловка ауылындағы моделле мәҙәниәт йортонда "Купава" рус халыҡ йыры ансамблен ойошторған.
2019 йылдан бирле унда 30-ҙан 84-кә тиклемге йәштәге йыр - моң һөйөүселәр шөғөлләнә. Ансамблдең "Февромарт" тигән йөкмәткеле концерты тамашасы алдындағы беренсе дебюты булған. Дилә Фәнүз ҡыҙы етәкселегендә һайланған репертуар, даими репетициялар, коллектив ағзаларының һәләте, берҙәмлеге менән яулап алынған уңышта барыһының да әүҙем ҡатнашлығы, тырышлығы билдәләнде.
Мәғлүмәт Өфө районының Михайловка моделле мәҙәниәт йорто төркөмөнән алынды.
Читайте нас: