Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Апрель 2020, 11:27

Наҙ - һөйөүгә мохтаж өлкәндәр

Хәл белешеү оло сауап

"Кешеләргә бер йылмайыу етә,
Ул йылмайыу булһа, йөрәктән..."
Тап ошо йырҙағыса, һәр кеше йылмайыу, наҙ - һөйөүгә хаҡлы, ә өлкән йәштәгеләр хәстәрлеккә, йылы һүҙгә мохтаж.
Әлеге эпидемия осоронда Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Василий Зарабелов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы янындағы Йәштәр палаты ағзаһы Роман Зарабелов, райондың ветерандар советы рәйесе Валентина Бажина, ҡаланың "Ғаилә" үҙәге вәкилдәре Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының өйөнә инмәй генә, йыраҡ аралыҡта хәл - әхүәл белешеп, битлек аша ғына әңгәмәләште. Ярҙамға, йылы һүҙгә, ҡурсалауға мохтаж һуғыш ветерандарына ҡунаҡтар буш ҡул менән килмәгәйне. Улар алып килгән көндәлек аҙыҡ - түлек наборы ла оло йәштәге кешеләрҙе ҡыуандырҙы.
Читайте нас: