Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Апрель 2020, 07:32

Юлдар ремонтланасаҡ

Меңъетәрҙәр программала ҡатнаша

Меңъетәр ауылы халҡы урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһында Аҡ шишмә урамы юлын ремонтлау проекты менән ҡатнашырға ҡарар итте. Документтар әҙерләнгән һәм комиссия ҡарауына ебәрелгән.
Үктәй ауыл биләмәһендә йәшәүселәр программала өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Быға ҡәҙәр Үктәй клубына ремонт эшләнде, Келәш ауылы юлы тәртипкә килтерелде.
Ауыл халҡы был юлы ла пректтарының еңеүенә ышана, бүленгән аҡсаның юлдарҙы ремонтлауға ярҙам итеүенә өмөтләнә.
Читайте нас: