Халыҡтың, айырыуса йәштәрҙең иғтибарын китапҡа йәлеп итеү, шулай уҡ әҙәбиәт аша Ватанды һаҡлаусыларҙың ныҡлығын һәм батырлығын күрһәтеү маҡсатында ойошторолған был сара күптәрҙе берләштерҙе. Флешмобҡа әүҙем ҡушылған яҡташыбыҙ Римма Романова үҙе лә шағирә булараҡ, Бөйөк Еңеүгә, ауыр һуғыш йылдарына, тыл хеҙмәтсәндәренең ҡаһарманлығына, батырлығына арнап байтаҡ әҫәрҙәр ижад иткән. Ире Виктор Базиков менән дә улар ошо темаға яҙыусылар ижад иткән үлемһеҙ әҫәрҙәрҙе ҡат - ҡат уҡый. Ҡыҙы менән һуғышта ҡатнашҡан ҡарт олаталары хаҡында әңгәмә лә ҡора Романов - Базиковтар ғаиләһе.