Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 17:30

Ауылдар халҡын хәстәрләгән башлыҡ

Төҙөкләндереү эштәренә иғтибар

Благовещен районының Удельно - Дыуанай ауыл хакимиәтенә ҡараған Яблочный, Ильинск ауылдарындағы халыҡ та үҙизоляцияла йәшәй.
Ошо ауылдарҙағы хәл торошон белешергә барған ауыл хакимиәте башлығы Надежда Жилина ауыл старосталары менән осрашып, быйылғы йылда башҡарыласаҡ төҙөкләндереү эштәре менән бүлеште. Яблочный ауылы урамдары былтыр яҡтыртылып, сүп - сар контейнерҙары ҡуйылған.Ҡайһы бер йорт хужаларына өй тирәһен баҫып үҫкән үләндәрҙе йыйыштырырға, килтерелгән ҡомдо урамдан алырға ла ҡушып китте ауыл хакимиәте башлығы.
Ә Ильинск ауылындағы староста менән берлектә улар быйылғы йәйҙә ауыл зыяратын тәртипкә килтереүҙе, ауыл урамына яҡтыртҡыстар ҡуйыуҙы планлаштырҙы. Ауыл халҡынан һалымдар йыйыуҙы ла тиҙәйтеүҙе һораған Надежда Сергеевна ильиндарға урамдар исеме, йорттарының һаны яҙылған пластик аншлагтар ҙа алып килде.
- Ошо эпидемия осорон имен-аман ғына үткәреп ебәреп, көндәр йылынғас та, май айында уҡ ауыл халҡын йыйып, сходтар үткәрербеҙ әле, - тине Надежда Жилина хушлашҡанда.
Читайте нас: