«Коронавирус инфекцияһы раҫланған пациенттар менән туранан-тура эшләгән табиптар өсөн ошондай түләү – айына 80 мең һум. Урта медицина персоналына – фельдшерҙарға, шәфҡәт туташтарына – 50 мең һум. Кесе медицина персоналына — 25 мең һум. Коронавирус йоҡторғандар менән эшләгән ашығыс ярҙам табиптарына килгәндә, уларға айына 50 мең һум түләнә. Фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары һәм водителдәр – 25 мең һум», — тине дәүләт башлығы.Владимир Путин шулай уҡ бизнесҡа, балалы ғаиләләргә, ваҡытлыса эшһеҙ тороп ҡалған граждандарға яңы ярҙам төрҙәре ҡаралыуын да билдәләп үтте.