Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 11:28

Өс быуын оҫталар

"Һәр эшемә күңел йылыһын һалам", - ти Елена Карамова

Ҡул эштәренә мәктәп йылдарынан уҡ ғашиҡ булған Елена Карамова, яратҡан шөғөлө - сигеү сигеү эшенә 5 йыл элек ныҡлап тотонған.
Өләсәһе, әсәһенең оҫталығы Еленаға ла күскән. Күңел наҙын, йөрәк йылыһын һалып яһаған ҡул эштәре менән биҙәлгән унын фатиры, матурлыҡ тыуҙырыусы оҫтабикә ҡыҙҙың да, уға ҡунаҡҡа килгән яҡындарының да кәйефен күтәрә. Улар Еленанан бүләккә алған матур рамлы картиналарға һөйөнөп бөтә алмай.
- Хәҙер элекке ваҡыттағыса ептәр, биҙәктәр эҙләп тә тормайһың. "Риолис" фирмаһының наборҙарындағы һыҙма, туҡыма, еп - энәләрҙе ҡулланып, теләгән һүрәтеңде сигеп, төрлө төҫтәге рамдарға урынлаштыраһың. Төрлө төҫтәрҙән - аҡ төҫтө ҡулланырға яратам. Ул - таҙалыҡ символы. Аҡыл эйәһе булараҡ билдәле булған өкөнө лә аҡ төҫ аша аса алдым. Гөлләмәләрҙе һүрәтләгәндә башҡа сағыу төҫтәр гармонияһын да ҡулланам, - тип һөйләне Елена Азат ҡыҙы.
Әсәһе Зилә Ҡәнәфи ҡыҙы менән Еленаның һәр бер эше мөғжизәле төрлө - төрлө биҙәктән хасил була. Бер - береһен ҡабатламаған күп төрлө картиналарҙың лайыҡлы хужалары һоҡланғыс та, һәләтле лә кешеләр. Благовещен ҡалаһында йәшәгән оҫталар ысын мәғәнәһендә гүзәллеккә, матурлыҡҡа ғашиҡ талантлы рәссамдар.
Читайте нас: