Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 17:01

Ҡулынан да, теленән дә килә.

Подымалово ҡыҙҙарына тиңдәр юҡ

Өфө районының Дмитриевка ауыл хакимиәтенә ҡараған Подымалово ауылындағы "Фантазия" исемле балалар баҡсаһы тәрбиәселәре эшендә шәп хеҙмәткәр, йортонда уңған хужабикә була белә.
Ә "Подымаловские девчата" ансамблендә улар ысын артистар, моңло тауышлы йырсылар.2017 йылда В.В.Кобяков ойошторған ҡатын - ҡыҙҙар вокаль ансамбле районда уҙған һәр сараның уртаһында ҡайнап йәшәй. Концерты ла, халыҡ байрамдары ла уларҙың ҡатнашлығында үтә. Уларҙың бай репертуарына халыҡ күптән ғашиҡ. Совет осоро, заманса йырҙарҙы оҫта башҡарған ансамбль ағзалары Дмитриевка ауыл мәҙәниәт йортоноң йыйылма хорында ла йырларға ваҡыт таба.
"Кеше эше менән матур" тигәндәй, Подымалово ҡыҙҙарының ҡулынан да, теленән дә килә. Афариндар!
Читайте нас: