Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2020, 18:00

Уртаҡ тырышлыҡ һөҙөмтәһе

Тренер Фәрит Гәрәев балаларҙы волейболға ылыҡтыра

Үткән быуаттың 80-се йылдарында ғаиләһе менән Шишмә районының Шишмә ҡасабаһына күсеп килгән Фәрит Гәрәев гимназияла химия фәненән уҡытыу менән бер рәттән, мәктәп уҡыусыларын волейбол уйыны серҙәренә лә төшөндөрә башлай.
Бала сағынан спорт яратып, мотоуҙыштар ҡарап, йылға - күлдәрҙә балыҡ тотоп үҫкән егеткә атаһынан спортҡа, сәләмәт тормош рәүеше алып барыуға һөйөү күскән. Иң тәүҙә спорт гимнастикаһын үҙ иткән Фәрит, артабан саңғы, баскетбол, бокс менән әүҙем шөғөлләнә. Әлеге мәлдә Фәрит Искәндәр улы Шишмә үҫмерҙәр спорт мәктәбендә волейболсы ҡыҙҙар командаһына етәкселек итә. 38 йыл педагогик хеҙмәт стажы, "Иң яҡшы физик культура хеҙмәткәре" булған тренер спортсы ҡыҙҙар менән тиҙ генә уртаҡ тел таба, күнекмәләрҙе һөҙөмтәле үткәрә. Ярыштарҙа әүҙем ҡатнашҡан команданың еңеүе, тик яҡшы һөҙөмтәләргә эйә булыуы тренерҙың да, спортҡа ғашиҡ ҡыҙҙарҙың да уртаҡ яулаған уңышы.
Мәғлүмәт "Шишмә" район гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: