4 берәмек техникаһы булған бүлек райондың Алкин һәм Лесной ауыл биләмәләренә ингән 14 тораҡ, Өфө районының Йоматау ауыл биләмәһенең 5 тораҡ пункттарын хеҙмәтләндерәсәк. 12 мең кеше йәшәгән был территорияларҙағы халыҡҡа, Өфө районының "Йоматау" өлкәндәр, "Толпар" балалар шифаханаһында ял итеүселәргә, Алкиндағы "Патриот" часындағы хәрбиҙәргә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә ҙур иғтибар бүленде. Янғындан һаҡланыу, хәүефһеҙлек маҡсатында ойошторолған был эштәр бик ваҡытлы һәм урынлы.