Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Апрель 2020, 18:09

Аграрийҙар ялһыҙ эшләй

Ҡырҙарҙа ҡыҙыу осор

Күпселек кешеләр үҙизоляция режимында, ә иң кәрәкле һөнәр эйәләре эшләүен дауам итә. Шул иҫәптән – баҫыу һәм ферма эшсәндәре лә. Улар өсөн ҡыҙыу осор – яҙғы ҡыр эштәре башланды.
Юнысов крәҫтиән-фермер хужалығында техника баҫыуҙарға сыҡты. Хужалыҡ етәксеһе Рәжәп Әсҡәт улы әйтеүенсә, 13 апрелдә 50 гектар майҙанда дым ҡаплатылған. Был эште тағы 700 гектарҙа башҡараһы бар. Әлегә барлыҡ участкаларҙа ла тупраҡ әҙер түгел, механизаторҙар өлгөргән ерҙәрҙе генә эшкәртә бара.
Юнысов крәҫтиән-фермер хужалығы “Беҙ һеҙҙең өсөн ялһыҙ эшләйбеҙ” акцияһына ҡушылды.
Ысынлап та, бөгөнгө көндә ауыл хужалығы хеҙмәсәндәре лә медиктар кеүек алғы һыҙыҡта. Сир үтеп китәр, ә аҙыҡ-түлек һәр ваҡыт кәрәк, ти улар.
Фото район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегенән алынды.
Читайте нас: