“Бөйөк Ватан һуғышының ауыр йылдарында Өфөлә мосолман руханиҙары съезында мөфтөй Ғабдрахман Рәсүлев Ватанды һаҡлауҙың иң изге бурыс булыуы тураһында әйтә. Ул, мосолмандар пәйғәмбәрҙең һүҙҙәрен яҡшы хәтерләй, йәғни, Ватаныңа һөйөү – һинең иманыңдың бер өлөшө, тип әйтә. Һәм мосолмандар был изге тәғлимәттәргә тоғро була. Һуғыштың тәүге көндәренән улар уртаҡ Ватаныбыҙҙы, тыуған еребеҙҙе һаҡлаусылар сафына баҫа. Улар яу юлдарын башҡа милләт вәкилдәре менән бергәләп Брест ҡәлғәһенән алып Берлинғаса үткән. Былар барыһы ла – беҙҙең бер бөтөн тарихыбыҙ, һәм беҙ уны изге ҡомартҡылай һаҡларға бурыслыбыҙ!”