Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Апрель 2020, 11:37

Юлдар төҙөкләндерелә башланы

Асфальт һәм бетон юлдарҙан тыш, милли проект һөҙөмтәһендә республикала 248 юл билдәһе, 1200 метр майҙанда йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, 23 светофор объекты ҡуйыласаҡ

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, республикала быйыл 303,09 саҡрым араны рәткә килтереү планлаштырыла. Эштәр төп 107 объектта башҡарылыр тип күҙаллана.
Асфальт һәм бетон юлдарҙан тыш, милли проект һөҙөмтәһендә республикала 248 юл билдәһе, 1200 метр майҙанда йәйәүлеләр өсөн ҡоймалар, 23 светофор объекты ҡуйыласаҡ. 12,33 саҡрым араға капиталь ремонт яһау, 2,96 километрҙа үҙгәртеп ҡороу эштәре башҡарыу, дөйөм оҙонлоғо 1,839 саҡрымлыҡ яңы юлдар эшләү ҡаралған. Тағы өс автоматик үлсәү контроле пункты ҡуйыласаҡ. Өҫтәүенә фото-видеотеркәү камералары артасаҡ.
Был маҡсаттарға барлығы 7 324,7 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған. Уларҙың 2 223 миллион һумы федераль бюджеттан финансланасаҡ. 2020 йылда ете муниципалитетта – Өфө, Стәрлетамаҡ, Иглин, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Өфө райондарында милли проект бурыстары тормошҡа ашырыла. Исемлектә беҙҙең Салауат ҡалаһы ла бар.
Читайте нас в