Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 12:00

Мәғариф учреждениеларына бушлай битлектәр

Хеҙмәттәштәренә ярҙам йөҙөнән

Благовещен ҡалаһындағы 1-се һанлы "Улыбка" балалар баҡсаһы тәрбиәселәре әлеге үҙизоляция осоронда ваҡытын бушҡа үткәрмәй.
Социаль селтәрҙәр аша тәрбиәләнеүселәр, ата - әсәләр менән аралашҡан тәрбиәселәр уларға өйгә эш бирә, балаларҙың кире ебәрелгән яуаптарын тикшерә. Әлеге осорҙоң һәр минутын файҙалы үткәргән мәғариф хеҙмәткәрҙәре үҙ алдына үҫешә, уҡый, киләсәккә дәрестәр планын төҙөй, материалдар туплай. Быларҙан тыш, "Улыбка" ның татыу, берҙәм, егәрле коллективы райондың мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәре, уҡыусылары өсөн 160 дана күп тапҡыр ҡулланыла торған битлектәр текте. Улар күңел йылыһын һалып теккән битлектәр Бедеева Поляна, Һынны, Туғай, Покровка, Илек ауылдарына тапшырылды. Ошо һанап үтелгән ауылдарҙан балалар баҡсаһының хәстәрлекле коллективына ҙур рәхмәт белдерелде.
Читайте нас: