Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 11:45

Милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

Өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан планға ҡарата 16 процент аҡса бүленгән

Ғинуар – март айҙарында өҫтөнлөклө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға федераль бюджеттан планға ҡарата 16 процент аҡса бүленгән. Былтыр был күрһәткес 13 процент тәшкил иткән, тип яҙа БАШҠОРТОСТАН.
“Электрон бюджет” порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, федераль ҡаҙнанан бүленгән маҡсатлы аҡса күләмен тейешенсә ҡулланыу йәһәтенән түбәндәге милли проекттарҙы айырып билдәләргә мөмкин:
- “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (йылға бүленгән сығымдың 40,5 проценты ҡулланылған);
- “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (32,7 процент);
- “Мәҙәниәт” (20,8 процент);
- “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау” (17,4 процент);
- “Демография” (16 процент).
Читайте нас: