Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Апрель 2020, 14:21

Спортта киң билдәле Анатолий Килюшев

"Рәсәйҙең спорт мастеры" званиеһына лайыҡ

Благовещен спорт балалар мәктәбенең пауэрлифтинг буйынса тренеры, паралимпия уйындары чемпионы Анатолий Килюшев ошо йылдың мартында "Рәсәйҙең спорт мастеры" тигән почетлы исеменә лайыҡ булды.
"Бәхетленең шатлығы ла бергә килә" тигәндәй, билдәле спортсы пауэрлифтинг буйынса Мәскәүҙә уҙған Рәсәй чемпионатында ҡатнашып, яҡшылар, көслөләр рәтен тулыландырҙы. Ятҡан килеш штангыны ике ҡулы менән күтәргән Анатолий был дисциплинала үҙ үлсәм категорияһында абсолют иҫәптә 1-се урын алды.
Республика, тыуған ҡалаһы исемен Рәсәй кимәленә сығарған яҡташыбыҙҙың һөҙөмтәле сығышы, үҙенең күп йыллыҡ тырышлығы менән яуланған спорт званиеһы ҡотло булһын! Алда ла уны яңы еңеү, уңыштар көтөп торһон тип теләйем!
Читайте нас: