Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 10:51

Бала сағынан уҡ ғашиҡ булыуын йәшермәй

"Йыр - моңдан көс алып йәшәйем, - ти Тәнзилә Искәндәрова

Милли костюм көнөндәге флешмобҡа әүҙем ҡушылған Тәнзилә апайыбыҙ Искәндәрова бала сағында уҡ өләсәһе, әсәһенең күлдәк, камзул, түшерелдерек, ҡашмауына, тәңкәләргә ғашиҡ булыуын йәшермәй.
Әле иһә үҙенең ҡыҙы, ейәнсәренә милли кейемебеҙгә, биҙәүестәргә оло һөйөү һәм яратыу тәрбиәләй.Һәләтле, оҫта ҡуллы Тәнзилә Зиннәт ҡыҙы үҙе лә милли кейемдәр тегә, ҡамырҙан башҡорт ҡурсаҡтарын да яһай. Кәрәк икән, моңло йырын һуҙып, дәртле бейеүен дә бейеп ебәрә.
- Рухи ҡиммәттәребеҙ, халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәре мине йәшәтә, йыр - моңо йәшәртә, ә сағыу кейеме кәйефемде күтәрә,- ти апайыбыҙ.
Читайте нас: