Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 12:16

Файҙалы уҙған көндәр

Милләтебеҙ киләсәге булған флешмобҡа ғаиләбеҙ менән ҡушылдыҡ

Бергә саҡта бик күңелле
Һәр өләсәй кеүек ейәнсәрҙәремдә халҡыбыҙҙың теленә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли кейемдәренә һөйөү тәрбиәләргә тырышам.
Рухлы,иманлы балалар беҙҙең бәхетле ҡартлығыбыҙ тигән фекерҙә мин. Милләтебеҙ киләсәге булған флешмобҡа беҙ ҙә ғаиләбеҙ менән ҡушылдыҡ. Бергәләп түшелдерек, таҡыялар эшләнек. Бәйләргә, сигеү сигергә лә бик әүәҫ ҡыҙҙарым.Оло ейәнсәрем Эльза Шаймөхәмәтова "Йәйғор"ға яҙған мәҡәләләре менән таныш булһа, ә кескәйҙәре - Сафина һәм Әмирә Хисмәтуллиналар башҡортса йырлай, шиғыр һөйләйҙәр. Ошо үҙизоляция көндәрендә тик торорға яратмаған ейәнсәрҙәрем Шайморатов генерал йырын да өйрәнде әле.
Әмирәбеҙ милли кейем кейеп,мәрйен тағып көҙгө алдында бөтөрөлөргә бигерәк тә ярата.
Тәүфиҡҡа бәхет эйәрә тиҙәр. Һәр баланың рухы көслө, тәүфиҡлы, иманы ныҡ булһын.Ҡыҙҙарым Ҡөрьән аттарын да яттан уҡый белә.Ҡәйнәм Шәмсебәҙәр Ҡунаҡбай ҡыҙының француз яулығын ҡәҙерләп һаҡлайым. Бәләкәстәремә ошо яулыҡ тарихын да, олаталары менән икебеҙҙең баштан үткән хәл - ваҡиғаларҙы ла һөйләргә яратам. Улар бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңлай боронғо ваҡиғаларҙы, һорауҙар бирә. Бына шулай күңелле, файҙалы үтә беҙҙең осрашыуҙар.
Читайте нас: