Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Апрель 2020, 10:00

"Сәләм" тип өндәшәм яҡындарыма

"Сәләм, матурым!" тип өндәшерҙәй кешеләребеҙ гел яныбыҙҙа һау - сәләмәт йәшәһен!

"Сәләм" тип өндәшәм яҡындарыма, сәләмләйем танышымды, күршемде... Улар менән күрешкәндә яҡшы теләк, хистәремде белдереп, йылмайып иҫәнләшәм, хәл - әхүәлен белешәм.
Яңы көн тыуып, уянған барса ғаләм , ер, күк, тәбиғәт тә, йылы нурҙарын балҡытҡан ҡояш... Әйтерһең дә, улар мине, һине, беҙҙе сәләмләй... Улар беҙгә тик яҡшы эштәр теләп, изге ғәмәлдәргә этәргес көс биргәндәй тойола.
"Сәләм, туған!" "Сәләм, дуҫым!
"Сәләм, матурым!" тип өндәшерҙәй кешеләребеҙ гел яныбыҙҙа һау - сәләмәт йәшәһен! Хәйерле иртә! Сәләм! Хәйерле көн! Хәйерле төн! тигән теләктәр беҙҙе оҙон - оҙаҡ йылдар дауамында оҙата барһын!
Читайте нас: