Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Апрель 2020, 10:09

Дәрестә - милли кейем

Һәр милләткә үҙ кейеме ҡәҙерле

Благовещен районы мәктәптәре уҡыусылары араһында Башҡортостанда үткән Милли кейем көнө уңайынан онлайн дәрестәр ойошторолдо.
Благовещенда башҡорт телен туған тел, дәүләт теле булараҡ өйрәнгәндәр ҙә, күп милләтле районда йәшәгән рус, татар,мари милләтенән булған балалар ҙа үҙ халҡының милли кейеменә бағышланған йәнле, мауыҡтырғыс дәрестәрҙә ҡатнашты. Тарихын, мәҙәниәтен хөрмәтләгән халыҡтарҙың оҫта ҡуллы булыуын дәлилләгән дәрестәрҙе уҡытыусылар Розалия Йәркәева, Рәйлә Фәхрисламова, Ләйсән Сәфиуллина, Гөлнара Исмәғилева, Альбина Сәмиғуллина, Әлфиә Ҡазыханова, Миләүшә Шакирова, Лариса Бажина, Айгөл Байсламовалар бер тында үткәрҙе.Телен, илен, халҡын һөйгән балалар был дәрестән күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алды, үҙ халҡының милли кейеменә һоҡланды. Уларҙың күптәренә милли кейем кейеп ҡарау бәхете лә йылмайҙы.
Читайте нас: