Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Апрель 2020, 15:33

Башҡортостандың 54 районында төрлө төҫтәге умырзаялар сәскә ата

1984 йылда Англияла башланғыс алған Умырзая көнө 19 апрелдә күп илдәрҙә билдәләнә

Умырзая сәскә атһа, боронғолар яҙ үҙ көсөнә инде тип әйтә торғайны.
Ялан - ҡырҙарҙы, урман ситтәрен, тау битләүҙәрен йәмләп тыуған Башҡортостанымдың 54 районында төрлө төҫтәге умырзаялар сәскә ата. Кемдәлер зәңгәр, күкһелдәре, икенселәрендә һарыһы, ә беҙ бала саҡтан аҡ төҫтәгеһенә һоҡланып үҫтек. Аҙауым урмандары, ялан - ҡырҙары ошо ап - аҡ төҫтәге ваҡ ҡына сәскәгә күмелә торғайны.
1984 йылда Англияла башланғыс алған Умырзая көнө 19 апрелдә күп илдәрҙә билдәләнә. Күптән Ҡыҙыл Китапҡа ингән яҙ сәскәһен яратайыҡ, өҙмәйек, ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ. Өйҙә, урмандан йыйып, стаканда ултыртылғанына ҡарағанда, яланда үҙ тупрағында үҫкәне беҙҙең кәйефте йыл да күтәреп торор, матур сәскәләре менән һөйөндөрөр. Ошондай матурлыҡҡа, тирә - яҡтағы гүзәллеккә битараф булмайыҡ, дуҫтарым!
Читайте нас: