Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 17:38

Студенттар совхозда практикала

Буласаҡ ветеринарҙар эшкә өйрәнә

Башҡорт дәүләт аграр университетының биотехнология һәм ветеринария медицинаһы факультеты студенттары Өфө районында практика үтә.
Райондың иң ҙур "Алексеевка"совхозына, 119-сы Өфө йылҡысылыҡ заводына ебәрелгән 4-се курс студенттары бында һайлаған һөнәренең серҙәренә төшөнә, мәғлүмәт туплай, белемен арттыра. Бындағы белгестәр ярҙамында студенттар анализ өсөн хайуандарҙың ҡанын алырға, уларҙы тамғаларға өйрәнә. Буласаҡ ветеринарҙар эшкәртеүҙә, башҡа диагностик эштәрҙә лә ярҙам күрһәтә.
Мәғлүмәт "Уфимские нивы" гәзите төркөмөнән алынды.
Читайте нас: