Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Апрель 2020, 14:08

Йыйҙым еләк, йыйҙым еләк...

Их, ошо һүрәттәрҙәге тәмле, һутлы, файҙалы еләктәрҙең тәмкәйе гел тел осонда ғыналай тойола.

Июнь айы аҙаҡтарында бешкән был еләктең исеме лә төрлөсә. Берәүҙәр уны ҡайын еләге, турғай баш, икенселәре яңғыҙбот, яңғыҙаяҡ тип атай. Руссалап әйткәндә, был лесная земляниканың төрлө райондарҙа төрлө атамаһы бар. Кем нисек кенә атаһа ла, ай - һай бик ауыр был еләкте йыйып, һауытты тултырыуҙары...
Архангел районында яңғыҙаяҡ тип аталған был хуш еҫле еләкте әрәмәнән, урман ҡырҙарынан бөртөкләп йыя торғайныҡ.Үҙебеҙ ҙә бөтмөр, тырыш булғаныбыҙ, көнөнә 2-шәр барып, берәр литрлы банкаларҙы тултыра инек. Урман тулы безләп осҡан серәкәй - күгәүендәр ҙә беҙгә ҡамасауламай ине. Ә ҡышҡы оҙон кистәрҙә, йәй еләк йыйғандағы барлыҡ михнәттәрҙе онотоп, яңғыҙаҡ ҡайнатмаһы менән сәй эсеүҙәр әле лә һағындыра.
Бөгөн иһә, был еләкте ялан - ҡырҙарға сығып, йыйып алыу бик тәтемәй. Уңғандарҙан һатып алаһың да, элеккесә ҡайнатып та тормай,еләккә самалап ҡына шәкәр ҡомо ҡушып, иҙәһеңдә, бер тапҡыр ҡулланыла торған һауыттарға һалып, һыуытҡысҡа оҙатаһың. Был ҡайнатмаларҙы ашағанда, татлы, тәмле еләктең тәмен тойоп, хуш еҫле еләкле ялан-ҡырҙарға барып ҡайтҡандай тояһың үҙеңде.
Ошо саф хис-тойғолар беҙҙе быйыл да ташламаһын ине. Быйылғы еләкле йәйҙәрҙе лә күреп, еләк тәмкәйҙәрен тәмләргә яҙһа ине. Кешене өмөт йәшәтә...
Читайте нас: