Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 17:00

Гәзиттә – милләт ырыҫы

Тоғро дуҫтар дуҫлыҡҡа бер ҡасан да хыянат итмәй

”Йәйғор”район – ара гәзитенең тотороҡло булыуын, яратҡан баҫмаһының йәшәүен теләгән дуҫтарыбыҙ – Рәшиҙә Айытҡолова менән Миләүшә Шакирова гәзитте алдырмай ҡалмай. Отош уйындарында йыш уйнамаһалар ҙа,бәхетле кешеләр булып сыҡты улар. “Йәйғор” гәзите ойошторған лото уйынына яҙылыу квитанцияһын ебәргән был мөләйем ханымдар бүләкле булды.
Ҡаланың 10 – сы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Рәшиҙә Сәйфетдин ҡыҙы Айытҡолова, 1 – се гимназияла башҡорт телен уҡытҡан Миләүшә Мәүләүи ҡыҙы Шакирова менән редакцияла осрашып, бер аҙ һөйләшеп тә ултырҙыҡ. Ишетеп белеүебеҙсә,уларҙың икәүһе лә мәғариф өлкәһенең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре. Балаларҙы ысын шәхес итеп тәрбиәләгән, һәр уҡыусыға төплө белем бирергә күп көс һалған был апайҙар асыҡ дәрестәргә, класс сәғәттәренә әҙерләнгәндә гәзит – журналдарҙың мөһим булыуын да билдәләне.Төбәгебеҙҙең һулышын сағылдырған, халҡыбыҙ йәшәйешенә рух, иман, дәрт, көс өҫтәгән,туған тел, тыуған ер, милләт мәсьәләләренә иғтибар йүнәлткән мәҡәләләрҙе улар үҙ эшендә ҡуллана икән. Тәрбиәүи йәһәттән дә бындай мәҡәләләрҙең балаларға рухи һәм матди ҡиммәттәрҙе һаҡларға йүнәлеш биреүен һыҙыҡ өҫтөнә алды улар.
-Күңел йыуанысы булған “Йәйғор” гәзитенән бүләк отоп бик ҡыуандыҡ. Беҙ уны рәхәтләнеп, тәүге битенән һуңынаса уҡыйбыҙ. Ундағы биш район тормошонан яңылыҡтар ҙа, өлгө булырҙай кешеләр, һөнәр эйәләре тураһындағы һүрәтләмәләр ҙә, матур ғаиләләр тормошон һүрәтләгән мәҡәләләр ҙә бик кәрәкле һәм уҡымлы. Башҡа райондарҙағы хеҙмәттәштәребеҙҙең эш тәжрибәһе лә баҫмала даими донъя күрә. Алдағы көндәрҙә лә “Йәйғор” йөкмәткеле, күп тиражлы гәзит булып сығыуын дауам итһен. Беҙ ҙә, ҡулдан килгәнсә йәш быуын вәкилдәре күңелендә милли матбуғатҡа һөйөү уятырға тырышырбыҙ. Редакция коллективына имен – һау эшләргә яҙһын, - тип хушлашты беҙҙең менән тоғро дуҫтарыбыҙ.
Был осрашыуҙан һуң күңелдә тик матур, йылы тойғолар ҡалды. Артабан да бергәләшеп, әүҙем, ҡулға – ҡул тотоношоп эшләйек һәм матбуғат баҫмаларын алдырып, милләтебеҙ ырыҫын арттырып йәшәйек.
Читайте нас: