Йәйғор
-5 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 16:15

Илектең уңған ҡыҙҙары

Һәр яҡлап та килгән үҙҙәре

Бөтөн донъяла барған эпидемия осорон Иҫке Илек ауылы халҡы ла тыныс ҡына, үҙ эштәрен, йорт мәшәҡәттәрен башҡарып, йортонда уҙғара.
Ауыл ере булғас, күптәр үҙ хужалығы тирәләй йыйылған эшен башҡара, халыҡ малын ҡарай, сәсеү эштәренә әҙерләнә.
Ауылдың иң сибәр, матур ҡыҙҙары, әсәле - ҡыҙлы Альбина һәм Камилла Сәмиғуллиналар ҙа тик тормай. Илек мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы булған Альбина Ғәсимйән ҡыҙы менән "Минең Туҡай" тигән флешмобҡа ҡушылған.Камилла бөйөк шағир Ғабдулла Туҡайҙың "Бала менән күбәләк" шиғырын тасуири итеп, яттан һөйләй. Ғөмүмән, 3-сө класта уҡыған Камилла әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһына. Ҡәләме лә үткер булған ҡыҙ инша яҙырға ла әүәҫ. Республикала яңыраҡ уҙған Милли кейем көнөнә лә улар ентекле әҙерләнгәйне. Татар халҡының көй - моңона ғашиҡ, ғөрөф-ғәҙәттәрен хөрмәтләгән әсәле - ҡыҙлы Сәмиғуллиналар милли кейем флешмобына ла ихлас ҡушылғайны.
Ауыл, район кимәлендә үткәрелгән бер сарала уларҙың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Туған телдәре - татар телендә таҙа һөйләшеү, йырлап - бейеү быға булышлыҡ итә.
Ошо уҡ ауылда ғүмер иткән, быуын - быуын Илек мәктәбе уҡыусыларына хеҙмәт дәрестәренә һөйөү тәрбиәләгән хеҙмәт ветераны, хаҡлы ялдағы Гөлшат Имаметдинова ла ваҡытын файҙалы уҙғарыра. Был оҫта ҡуллы, матурлыҡҡа ғашиҡ ханым төрлө төҫтәге еп, таҫма, туҡыма сәйлән, мәрйендәр ҡулланып, матур, сағыу ҡул эштәренә ғүмер бирә. Күптән инде ул үҙенең һатып алыусыһына милли кейемдәге ҡурсаҡтарын, сәскә гөлләмәләрен, ҡыҙҙарға төрлө формалағы биҙәкле сәс ҡыҫтырғыстар, сувенирҙар тәҡдим итә. Гөлшат Мөслим ҡыҙының күңел йылыһын һалып яһаған ҡул эштәре күптәрҙең йорт - фатирын биҙәп тора.
Бына шулай уңған, тәүәккәл, һәләтле ҡыҙҙар йәшәй Илектә. Һәр яҡлап та килгән бит үҙҙәре. Маладистар!
Читайте нас: