Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 18:32

Күңел ятҡан эш

Ваҡытын файҙалы үткәрә

Бөтә ил – коронавирус арҡаһында үҙизоляцияла. Шунлыҡтан күптәрҙең буш ваҡыттары артты. Нимә менән шөғөлләнергә?
Дилә Тапакованы һәм уның ғаиләһен был мәсьәлә борсомай. Уларға өйҙә лә күңелһеҙ түгел. Ғаилә ваҡыттарын бик файҙалы үткәрә. Уларҙың һәр көнө планлаштырылған - бер кем дә тик ултырмай.
Дилә – ҡул эштәре оҫтаһы. Уның ырғаҡ менән бәйләнгән шедеврҙары иглиндарға күптән таныш. Хужабикә был һөнәргә ҡыҙҙарын да өйрәтә. Улар бәйләгән кейемдәрҙә йөрөргә ярата, үҙҙәре лә бәйләм серҙәрен теләп үҙләштерә. Үҙизоляция осоронда уңған ҡатын теләүселәр өсөн бәйләү буйынса онлайн дәрестәр алып бара. Улар март башынан «Алпамыша» йәшүҫмерҙәр-спорт клубының «Йәш ғаилә» клубы базаһында үткәрелергә тейеш була.
Дилә Тапакова ағымдағы йылда "Актив-2020" форумында "Уңайлы бәйләү"социаль проектын тормошҡа ашырыуға грант яуланы. Ырғаҡ менән бәйләү программаһы балалар һәм үҫмерҙәргә тәғәйенләнгән. Ошо проектты хәҙер Дилә онлайн тормошҡа ашыра. Һәр кесаҙна район хакимиәтенең спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты төркөмөндә Дилә Тапакованың бәләкәй генә видео-дәрестәре трансляциялана.
Онлайн-уҡыусылыр Диләнең ярҙамы менән төлкө, брошь-сәскә һәм чалма бәйләнеләр дә инде. Ошондай дәрестәр май аҙағына тиклем дауам тәсәк. Бынан тыш оҫта ҡатын instagramда бәйләм менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн файҙалы кәңәштәр бирә башланы. Күптән түгел тура эфирҙа ҡыҙҙар менән салфеткалар бәйләнеләр.
-Күңел ятҡан эш менән шөғөлләнһәң, бер ҡасан да күңелһеҙ түгел, - ти Дилә.
Марина Дементьева фотолары.
Читайте нас: