Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Апрель 2020, 13:41

Ваҡыттың ҡәҙерен белгән Татьяна

Ҡул эштәренә маһир

Благовещен районындағы Ахлыстин ауыл мәҙәниәт йортоноң мәҙәни саралар ойоштороусыһы булып байтаҡ йылдар эшләгән Татьяна Редникова йыр - моңға ла оҫта, ҡул эштәренә лә маһир.
Әлеге эпидемия осорондағы үҙизоляция көндәрендә лә, был һәләтле, уңған ҡатын эшһеҙ бойоғоп ултырмай. Бар оҫталығын эшкә егеп, фантазияһына таянып, ҡулдары менән матурлыҡ тыуҙыра. Әсәһенән сигеү сигергә өйрәнеп үҫкән ҡыҙ, ҡәҙерле кешеһенең ҡатын - ҡыҙҙар кейгән башлыҡты нисек итеп тегеүен менән дә танышып үҫкән.
Сирҙән ҡотолоп, мәҙәни саралар үткәрелә башлағас та, улар бергә эшләгән методист Алеся Абрамова менән "Самауыр байрамы"н уҙғарыуҙы планлаштырған.Тап ошо байрамға Татьяна Петровна рус ҡыҙҙары кейгән башлыҡты теккән дә инде. -Башлыҡтың нигеҙенә драп туҡымаһын алдым. Уға йөндән тумалаҡ суҡтар яһап таҡтым да, башлыҡҡа төрлө киңлектәге таҫмалар тегеп, уны төрлө төҫтәге сәйлән, мәрйендәр менән биҙәнем. Бик матур, сағыу, байрамса килеп сыҡты теккән башлығым,- ти Татьяна Петровна.
Читайте нас: